Эште ҡуйып бер аҙға,
Уҙғарабыҙ хәрәкәт.
Боронғолар әйткәндәр:
«Хәрәкәттә – бәрәкәт,
Булырбыҙ һау-сәләмәт»
Күңелдәрҙе күтәрә
Күнекмәләр, уйындар,
Шартлағанда бармаҡтар,
Яҙылғанда быуындар.
Беҙ, беҙ, беҙ генә,
Бармағыбыҙ төҙ генә.
Ҡул-ҡанатты ҡағабыҙ,
Сәпәкәйләп алабыҙ.
Билде артҡа бөгәбеҙ,
Шунан инде сүгәбеҙ.
Тағы «ҡанат» ҡағабыҙ,
Тәрән һулап алабыҙ.
Ултырабыҙ шым ғына,
Һәм уйлайбыҙ тын ғына.
Шулай бөгөлә талдар,
Ошондай бейек тауҙар,
Шулай ҡағына ҡаҙҙар,
Шулай бейеп алалар,
Шулай ерҙе ҡаҙалар,
Шулай ырғый балалар,
Шунан шым ғына ултырып
Тағы белем алалар.
Күбәләктәй талпынып
Япраҡтар ергә төшә,
Йәш ҡайындар һөйөнөп,
Көҙгө елдә бейешә.
Аҡ ҡуяндар ултыралар
Ҡолаҡтарын һелкетеп,
Бына шулай, бына шулай,
Ҡолаҡтарын һелкетеп.
Ҡуяндар өшөй башланы,
Йүгереп алырға кәрәк.
Бына шулай, бына шулай,
Йүгереп алырға кәрәк.
Һул күҙеңде ҡыҫып ал,
Уң күҙеңде ҡыҫып ал,
Шунан тәҙрә аша
Күк офоҡҡа күҙең һал.
Ике күҙеңде йом да
Бер минутлап йоҡлап ал.
Уңға, һулға башың сайҡа,
Бына шунда була ял.
Бер эйелә, бер бөгөлә,
Аҡ сәскә наҙлы елгә.
Ҡояшты ла онотмай,
Уны күҙәтә гел дә.
Тауҙар минеке,
Тауҙар һинеке,
Бейек тауҙар,
Тәпәш тауҙар,
Тауҙар беҙҙеке.
Буратино кирелде,
Уңға эйелде, һулға эйелде.
Асҡысын таба алмағас,
Аяҡ остарына баҫты.
Бармаҡтарым арыны,
Хәҙер уйнап алырбыҙ.
Һәр бармаҡты бейетергә
Беҙ таҡмаҡтар табырбыҙ.
Баш бармаҡ бөрлөгән йыя,
Сығанаҡ бармаҡ салбар кейә,
Урта бармаҡ утын өйә,
Һуҡ бармаҡ һарыҡ ҡарай,
Сәтәкәй бармаҡ сәсен тарай.
Биш бармағым уң ҡулда,
Биш бармағым һул ҡулда.
Бармаҡтарым ярҙам итер
Һанды оторға шунда.
Уң ҡулда ла биш бармаҡ,
Һул ҡулда ла биш бармаҡ.
Ике ҡулды бергә ҡуйһаң,
Булыр һиңә ун бармаҡ.
Биш бармағым – биш туған,
Һәр ҡайһыһы бик уңған:
Иҙән йыуа, керҙәр элә,
Он иләй, икмәк телә,
Һәр эштең яйын белә.
Дәфтәргә хәреф теҙә,
Баҡсала үлән өҙә,
Энә тотоп сәскә сигә,
Матур итеп күлдәк тегә…
Уф, бармаҡтарым арыны,
Сүпләп алам тарыны.
Бер тары, ике тары –
Һәр бөртөгө һап-һары.
Һары тары, ап-аҡ һөт,
Майлы бутҡаң, ашап бөт.
Баш бармаҡ башҡа сыҡҡан,
Имән бармаҡ ир булған,
Сығанаҡ бармаҡ сығып ҡасҡан,
Һуҡ бармаҡ өҙә һуҡҡан,
Сәтәкәй бармаҡ сәпәкәй иткән.
Бутыр-бутыр бутҡа бешкән,
Эсенә ҡалаҡ төшкән.
Ҡалаҡты алайым тигәнсе
Биш бармағы бешкән.
Баш бармаҡ: "Бутҡа бешерәм", - ти.
Имән бармаҡ: "Ярма юҡ", - ти.
Урта бармаҡ: "Үтескә алайыҡ", - ти.
Атһыҙ бармаҡ: "Ҡасан түләрбеҙ", - ти.
Сәтәкәйе: "Ашайыҡ та ҡасайыҡ,
Беҙ бәләкәй, күрмәҫтәр!" - ти.
Ҡытый - ҡытый - ҡытый!..
Алдыҡ ҡулға пластилин,
Йомшартып әүәләнек,
Ҙур түңәрәк эшләнек,
Ҡулдар әҙерәк ял итһен,
Түңәрәк тәгәрәп китһен.
Талып китте ҡулдарым,
Ҡулдарымды күтәрәм,
Имеш йомғаҡ урайым.
Беҙ яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, (һауала яҙыу)
Бармаҡтарҙы талдырҙыҡ.
Хәҙер беҙ ял итәбеҙ (ҡулдарҙы һелкетеү)
Һәм тағы ла яҙабыҙ.
Ҡарға килгән - ҡаҙан аҫҡан,
Сыпсыҡ килгән - бәрәңге әрсегән,
Торна килгән - ҡамыр баҫҡан.
Боғор-боғор аш бешкән.
Сыйырсыҡ килгән - аш бушатҡан,
Төйлөгән килгән - бүлгән,
Быға (баш бармаҡҡа) биргән,
Быға (һуҡ бармаҡҡа) биргән,
Быға (урта бармаҡҡа) биргән,
Быға (сығанаҡ бармаҡҡа) биргән,
Быға (сәтәкәй бармаҡҡа) бирмәй ҡалдырған.
Кетер, кетер, кетер,
Ҡаҙан төбөн кимер.
Баш бармаҡ: "Бутҡа бешерәйек", - ти.
Һуҡ бармаҡ: "Ярма ҡайҙан алайыҡ?" - ти.
Урта бармаҡ: "Үтескә алып торайыҡ", - ти.
Сығанаҡ бармаҡ: "Уны ҡасан түләрбеҙ?" - ти.
Сәтәкәй бармаҡ: "Ашайыҡ та ҡасайыҡ,
Беҙ бәләкәй, күрмәҫтәр!" - ти.
Ҡытый - ҡытый - ҡытый!..
Ап-аҡ түшле һайыҫҡан
Ҡайтып төшкән алыҫтан,
Тәмле бутҡа бешергән,
Һары майҙы төшөргән.
Балаларын һыйлаған,
Тик айырып һайлаған.
Быныһына биргән ул,
Быныһына ла биргән.
Быны ла ҡалдырмаған,
Ә быға ул бирмәгән.
- Һин һыу алып килмәнең,
Ҡырҡманың утынын да.
Бутҡа бешерер өсөн
Яҡманың бит утын да.
Бар, ас көйөнсә уйна,
Ни өсөн тиһең - уйла!..
(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)
Ҡара ҡарға яҙҙы ҡотлап
Тәмле бутҡа бешергән.
Ҡырып йыуған ҡаҙанды,
Һалған услап бойҙайын,
Һары май ҙа төшөргән,
Май бутҡаға килешкән.
Тәмле бутҡа бешеп сыҡҡас,
Саҡырған балаларын.
"Бына һеҙҙең өлөш",-тиеп,
Айырған алаларын.
"Һыу ташыған, ут яҡҡанға,
Имән утын ҡырҡҡанға,
Бутҡа болғап торғанға,
Һыйға тәмле бутҡалыр.
Ә һин, иркә, апайҙарға
Нишләп ярҙам итмәнең?
Эшләмәгән-ашамай, тип,
Һеҙгә күпме әйткәйнем?
Сәтәкәй бармаҡ:
"Яҙҙы ҡотлап йырлап торҙом
Дәртләндереп барыһын.
Бойҙайҙы ла таҙаланым
Сүпләп ашап тарыһын.
Тәмле бутҡа ашағас,
Күңелдәр ҙә көр беҙҙең!
"Һә" тигәнсе йыуып ҡуям,
Һауыт-һабаны үҙем!"
Ҡағыҙ ҡурсаҡты кейендереү - ҡыҙҙар өсөн бик мауыҡтырғыс уйын. Әйҙәгеҙ был ҡурсаҡты башҡорт милли кейеменә кейендерәйек!!!
