Минең турала

Минең исемем Вәлиуллина Лилиә Мөнир ҡыҙы

Өфө ҡалаһы, Киров районының 63-сө һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Был эш минең өсөн нимә? Ул минең йәшәйеш, минең булмышым, шулай уҡ йәшлек хистәре, бала саҡты яңынан кисереү мөмкинселектәре. Мөмкинселектәре күп тәрбиәсе эшенең : изгелек, фантазия, ижад илендә сәйәхәт итеү.
Минең кредо: һәр балала шәхесте күреү, ихтирам итеү, баланы рухлы, белемле, мәҙәниәтле шәхес итеп тәрбиәләү.
Педагогик стажым: 12 йыл
Белемем: Юғары белем. 2009 -сы йылда "Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогик академияһын" тамамланым.
Диплом буйынса квалификациям: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Яратҡан шөғөлдәрем: виртуаль экскурсияларҙы моделләштереү һәм тауыш һалыу, үҙемдең профессиональ оҫталығымды информацион - коммуникатив технологиялар аша күтәреү.